Яңылыҡтар
Рөстәм Хәмитов: Мин ҡалаларҙа комплекслы төҙөлөш яҡлы
Законһыҙ башҡарылған төҙөлөш ҡала киңлеген кире яҡҡа үҙгәртә һәм халыҡтың мәнфәғәттәренә зыян килтерә. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов журналистар менән аралашҡанда ошо турала белдерҙе.
– Минең аңлауымса, законһыҙ төҙөлөш ҡаланы йәмһеҙләй, ҡайһы бер кешеләр өсөн генә килем сығанағы булып тора. Был ҡалаға ҙур файҙа килтермәй, – тине республика етәксеһе. – Йәшәү шарттары насарая. Шуға күрә мин комплекслы төҙөлөш яҡлы.
Рөстәм Хәмитов ошо йәһәттән Өфө мэрияһының эшләп еткермәүен билдәләне.
– Йәнә ҡала халҡына уйланылмаған ҡарарҙар көсләп тағыла. Кешеләрҙе тыңларға, уларҙы ишетергә кәрәк. Әгәр ошо төҙөлөшкә ҡаршы меңдәрсә ҡултамға йыйыла икән, халыҡтың фекерен иҫәпкә алып, төҙәтеүҙәр индереү мөһим, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк Башлығы.