Яңылыҡтар
29.01.16
Республикала халыҡтың тәбиғи үҫеше йылына 5089 кеше тәшкил иткән
Башҡортостанстат мәғлүмәттәре буйынса, 2014 йыл менән сағыштырғанда былтыр тыуыусылар һаны кәмегән, вафат булыусылар артҡан, шулай уҡ халыҡтың тәбиғи үҫеше һаҡланған. Дөйөм алғанда, уҙған йылда тыуыусылар һаны үлеүселәр һанынан 9,4 процентҡа артҡан, тәбиғи үҫеш 5089 кеше тәшкил иткән.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 2016 йылдың 1 ғинуарына Башҡортостанда 4 071 181 кеше йәшәй. Шуларҙың 2 515 280-е — ҡала, 1 555 901-е — ауыл халҡы. Былтыр республикала йәшәүселәр 403 кешегә күберәк булған.
/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.