Яңылыҡтар
Төбәктә бюджет хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын түләү мәсьәләләре буйынса «ҡы
Башҡортостанда хеҙмәт хаҡы мәсьәләләре буйынса бюджет учреждениелары һәм ойошмалары хеҙмәткәрҙәре өсөн «ҡыҙыу линия» асылды. Мөрәжәғәттәр (347) 218-06-57 (Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының хеҙмәт хаҡын түләү һәм йәшәү кимәле бүлеге) телефоны буйынса ҡабул ителә.
«Ҡыҙыу линия» эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем эшләй. Тәнәфес көндөҙгө — 1-ҙән 2-гә тиклем.
Мәсьәләне хәл итеү өсөн шылтыратыусы үҙе, ойошма хаҡында мәғлүмәттәр ҡалдырырға тейеш, тип аңлатма бирҙеләр республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/