Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

24.12.08

Интеллектуаль спорт

2008 йылдың 9 декабренән  15 декабренә тиклем Нефтекама ҡалаһында беренсе тапҡыр иң интеллектуаль спорт төрө - шахмат буйынса Башҡортостан республикаһы чемпионаты уҙҙы. Ярышта Өфө, Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Ағиҙел ҡалаларынан , шулай уҡ республикабыҙҙың башҡа бик күп райондарынан бөтәһе 10 ҡатын-ҡыҙ һәм 20 ир-егет ҡатнашты. Сараның тәүге өс көнөндә сатрашсылар блиц һәм тиҙ шахмат буйынса ярышты. Блиц буйынса Нефтекама ҡалаһынан Денис Хисмәтуллин һәм Роксана Зейәнгирова, ә тиҙ сатрашта Стәрлетамаҡтан – Андрей Власов, Нефтекаманан- Елена Йәндимировалар чемпион исемен яуланы. Киләсәктә был еңеүселәр Рәсәй чемпионатында республикабыҙ исеменән сығыш яһаясаҡ. Артабан спортсыларҙы көстәрен классик шахмат төрөндә һынау көтә.