Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

06.04.10

Иң яҡшы мәктәп формаһы эскизына бәйге

Мода үҙгәреүсән, шуға ла модельерҙарҙың төп бурысы - клиенттарҙың теләктәрен иғтибарға алып эш итеү. Иң дөрөҫ юл -   уларға үҙҙәренә эскиздар уйлап сығарырға мөмкинлек биреү. Ҡала трикотаж фабрикаһы тап ошолай эшләй. Бында мәктәп уҡыусылары араһында иң яҡшы мәктәп формаһы эскизына бәйге иғлан иткәндәр.
 
Сулпан Хәбибованың, уның йәшендәге бөтә ҡыҙҙарҙы күек үк, мода донъяһы ҡыҙыҡһындырған. Шуға ла мәктәптә иң яҡшы мәктәп формаһы эскизына бәйге иғлан ителеү менән, ул унда ҡатнашырға теләк белдергән. Ҡыҙ эшкә бик ижади ҡараған. Үҙ теләктәренән сығып эш иткән.
Трикотаж фабрикаһы беҙҙең уҡыусыларыбыҙҙы 1995 йылдан башлап кейендерә. Ул ваҡыттарҙан бик күп үткән. Хәҙер иһә формаға заказ бирергә кисәге уҡыусылар , хәҙерге ваҡытта хәстәрле ата-әсәләр килә. Улар һөйләүенсә, хәҙерге заман йәштәре бик талапсан, дәрестәргә ниндәй кейемдә барыу  һорауы улар өсөн һуңғылар иҫәбендә түгел. Бында ата-сәләрҙең теләге йыш ҡына балалрҙыҡына тура килмәй. Шуға ла трикотаж фабрикаһы модельеры Гөлнара Хөснуллина Һөйләүенсә, улар   уҡыусыларҙың фантазияһына ирек бирергә булған.