Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

13.04.10

Экологик өмәләр

 Яҙ тәбиғәттең һәм тормоштоң яңырған мәле. Урамдарҙа ҡар иреп бөттө, ҡыш буйы йыйылған сүп-сарҙар сыҡты. Ҡала предприятиелары йола буйынса урамдарҙы йыйыштырыра башланы.

 Май байрамдарына тиклем ҡаланы тәртипкә килтереү өсөн ҡала хакимиәте башлығы Олег Руденко апрель айында уҡ махсус бойороҡ сығарҙы. Бөтә предприятиелар һәм ойошмалар ҙа үҙҙәренә беркетелгән биләмәләрҙе, урамдарҙы йыйыштырырға тейеш. Экологик өмәләр йола буйынса һәр   йыл уҙғарыла. Был иһә 1 һәм 9 майҙарҙы байрам итеүгә әҙерлектең бер өлөшө. Бөгөнгө көндә ҡаланың күп кенә урамдары йыйыштырылған. Төҙөкләндереү бүлеге вәкилдәре һәр көн йыйыштырылған биләмәләрҙе тикшерә.
Урамдарҙан йыйылған сүп – сар унитар предприятие тарафынан бушлай алына. Был турала килешеү төҙөлгән. ҡаланы тәртипкә килтереү буйынса уҙғарылған сараларҙа күп кенә учреждениелар ҡатнашты. Күптәр хатта бер нисә тапҡыр сыҡты. Нефтекама автомобилдәр заводы ла йыл һайын бындай сараларҙа әүҙем ҡатнаша.    
Ҡаланы таҙартыу буйынса саралар еңеү көнөнә тиклем дауам итәсәк. ҡала халҡы май байрамдарын таҙа, матур ҡалала ҡаршы алһын өсөн эшләйһе эштәр байтаҡ. Тротуарҙарҙы һәм газондарҙы тәртипкә килтерергә, ағастар һәм ҡыуаҡтар ултыртырға, ҡоймаларҙы төҙөкләндерергә кәрәк.