Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

24.12.08

“Спид һәм ВИЧ инфекциялар” исемле түңәрәк өҫтәл

16 декабрь ҡала хакимиәте бинаһында “ Спид һәм ВИЧ инфекциялар” темаһына түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Ултырышҡа ҡаланың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге белгестәр, киң мәғлүмәт сараһы вәкилдәре һәм БДУ-ның Нефтекама филиалы студенттары саҡырылды. Түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеү бөгөнгө  көндөң төп проблемаларының береһенә – Спид һәм ВИЧ ауырыуҙары, наркомания темаһына арналды. Ҡалала ВИЧ менән ауырыусы 74 кеше иҫәптә тора. Был сирлеләрҙең йәш үҙенсәлеге төрлө , күп осраҡта был ауырыу енси юл менән тарала. ВИЧ –инфекциял менән ауырыусыларҙың һаны 2002 йылда ҡырҡа арта. Бындай күренеш 2005 йылда ла ҡабатлана. Был сиргә күпселек наркомандар дусар була.Наркотиктар ҡулланыусылар һаны ла Нефтекамала аҙ түгел. Наркология диспансер үҙәгендә 287 кеше иҫәптә тора. БДУ-ның Нефтекама филиалы студенттары йыйылышҡа килеүселәрҙе үҙҙәренең уҡыу йоронда үткәрелгән “Беҙ ғүмер өсөн тауыш бирәбеҙ” тип исемләнгән акция менән таныштырҙы. Йыйылыусылар иғтибарына “Беҙҙең һаулыҡты һаҡлауҙа информацион технологиялар” номинацияһында еңеүселәрҙең эше тәҡдим ителде. Студенттар ойошторған бындай төр акция белегстәр тарафынан хупланды.