Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

12.10.16

Бөгөн — Башҡортостандың дәүләт символдары көнө

1993 йылдың 12 октябрендә Башҡортостандың дәүләт символикаһы — республиканың гербы һәм гимны раҫланды.

Төбәктең Дәүләт гербында халыҡтарҙың ҡаһарманлығы символы булған Салауат Юлаев һәйкәле һүрәтләнгән. Милли батыр ҡалҡып килгән ҡояш һәм уның нурҙары фонында атта ултыра. Был халыҡтарҙың азатлыҡҡа ынтылышын сағылдыра. Ҡурай сәскәһе берҙәмлекте кәүҙәләндерә.

Герб өҫтөндә эш йыл ярымдан ашыу дауам итә. Дөйөм алғанда, конкурсҡа 40 проект тәҡдим ителә. Күп кенә эскиз авторҙары иҫке ҡанундарҙан ҡотола алмай: гербтың төрлө варианттарында йә башаҡтар бәйләме, йә ураҡ менән сүкеш һүрәтләнә.

Гимндың көйөн Фәрит Иҙрисов яҙған. Башҡорт телендәге текстың авторҙары — Рауил Бикбаев һәм Рәшит Шәкүр. Рус теленә Фәрит Иҙрисов һәм Светлана Чураева тәржемәләгән.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.