Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

24.12.08

Ташҡын һәм Кәсәү ауылы халҡы менән осрашыу

Йыл һайын ҡала хакимиәте башлығы Олег Руденко ҡала округына ҡараған ауылдарҙа йәшәүселәр менән осраша. Беренсе йыйылыш 16  декабрь көндө Ташҡын һәм Кәсәү ауылы халҡы менән үтте. Бында 11 ай эсендә башҡарылған эштәр буйынса һөҙөмтә яһалып 2009  йылға план билдәләнде. Шулай уҡ йыйылышта халыҡты борсоған мәсьәләләр күтәрелде. Тәүҙә Олег Руденко йыйылыусыларҙы Нефтекама ҡалаһындағы үҙгәрештәр, башҡарылған эштәр менән таныштырҙы. 2008  йылда Нефтекама ҡалаһында торлаҡ фондын, юлдарҙы төҙөкләндереү буйынса ҙур эш башҡарылған, күп кенә аҡса сарыф ителгән. Һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, спорт һәм башҡа өлкәләрҙә лә алға китеш күҙәтелә. Осрашыуҙа шулай уҡ донъялағы финанс кризисҡа һәм “Восход” кооперативына бәйле ваҡиғалар ҙа иҫкә алынды. 2008 йылда Ташҡын һәм Кәсәү микрорайондарында байтаҡ эштәр башҡарылған. 11 ай эсендә ҡала бюджетынан Ташҡын ауылын төҙөкләндереүгә 15 млн һум аҡса бүленгән. Газ, электр селтәре үткәрелгән, асфальт түшәлгән. Осрашыуға килгән халыҡты борсоған мәсьәләләр күп булды. Бигерәк тә ҡайһы бер урамдарға асфальт түшәү, яҡтылыҡ биреү , һыу һәм газ үткәреү буйынса һорауҙар яңғыраны.