Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

28.05.10

Карнавалса тантаналы йөрөш

 

Нисек Йәштәрҙе сәләмәт тормош алып барыуға йәлеп итергә. Уларға асыҡ миҫал һәм сағыу тамаша күрһәтергә кәрәк. Бына инде икенсе йыл рәттән   ошо маҡсат менән беҙҙең ҡалала Карнавалса тантаналы йөрөш уҙғарыла. Был байрам Әүҙем һәм ижади йәштәр тарафынан ойошторола.
Карнавалса тантаналы йөрөштөң ойоштороусылары уҙған йылдағы кеүек Уфанет компанияһы һәм Йәштәр эше буйынса комитет. Ә бына ҡатнашыусылар быйыл күберәк. Бөтәһе 13 колонна йыйылды. Уларҙың һәр ҡайһыһы айырылырға тырышты. Кемдәрҙер вилосипедтарҙа, скутерҙарҙа, кемдәрҙер биҙәлгән автомобилдәрҙә, төрлө төҫтәрҙәге костюмдарҙа. Өҫтәүенә флажоктар , шарҙар һәм сәскәләр. Быларҙың бөтәһе лә төрлө йырҙар һәм һүҙҙәр менән оҙатылып бара.
Бына ошо рәүешле күңелле итеп, йырҙар , мәҙәктәр менән колонналар Социалистик урамынан һәм Комсомол проспектынан үтте. Карнавалса тантаналы йөрөштөң финал нөктәһе үҙәк майҙан булды. Бында ҡатнашыусыларҙы тамашасылар көттө. 
Ҡала урамдарынан үтеү ярты эш кенә. Иң мөһиме үҙеңде күрһәтеү. Һәр колонна  үҙ һәләтен күрһәтте. Йырланылар, бейенеләр. Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе , мәҫәлән, ҙур шоу әҙерләгән ине. Бер үк ваҡытта бейеүселәр, таэквондистар һәм вилосипедсылар сығыш яһаны.
Нефтекама педагогия колледжы студенттары ла сағыу театраль тамаша әҙерләгән ине. Быйыл улар карнавалға ҙур яуаплылыҡ һәм фантазия менән ҡараған.
Колонналарҙың сығышы тамамланғандан һуң сараға йомғаҡ яһалды, еңеүселәр бүләкләнде. Артабан иһә бөтә ҡунаҡтар өсөн дә концерт ойошторолдо.