Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

27.05.10

Һәләтле балалар слеты

Ҡала уҡыусылары һәләтлеләр  йондоҙлоғона  йыйылды. 26 май көндө Нефтекамала һәләтле балалар слеты үтте.
 Тимур Ғафаров – һәләтле балалар слетында булыу бәхетенә ирешкән ҡала уҡыусыларының береһе. Тимур Нефтекамала үткән әҙәбиәт ғилеме буйынса ғилми-ғәмәли коференцияла ҡатнашты. Конкурсты үтеп, беҙҙең ҡала исеменән Мәскәү ҡалаһында сығыш яһаны. Беренсе рәттә ҡала, Республика һәм Бөтә рәсәй олимпиадалары призерҙары, ғилми-ғәмәли конференциялар еңеүселәре урынлашты. “Йыл уҡыусыһы” конкурсы финалистары ла, “Йыл түңәрәк ағзаһы”  номинацияһын алған уҡыусылар ҙа ситтә ҡалманы. Бындай сара йыл һайын Нефтекама ҡала хакимиәте ярҙамы менән Мәғариф бүлеге тарафынан уҙғарыла. Ҡала хакимиәте башлығының социаль һорауҙар буйынса урынбаҫары Тамара Уляшина билдәләүенсә, уҡыусыларҙың төрлө фәндәр буйынса яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеүе бик ҡыуаныслы.
Еңеүселәр бүләк сертификаттарын ҡарағансы, сәхнәлә Балалар һәм үҫмерҙәр ижадын үҫтереү үҙәге тәрбиәләнеүселәре тарафынан әҙерләнгән концерт күрһәтелде. Был көндө   уҡыусылар ғына түгел , шулай уҡ уларҙың уҡытыусылары ла тулҡынлана. Йыл һайын уҡыусыларҙың эш кимәле үҫә. Мәғариф бүлеге начальнигы Галина Руковишникова һөйләүенсә, быйыл фәнгә беренсе аҙым эшләргә 170 кә яҡын уҡыусы теләк белдергән. Был иһә уҙған йыл менән сағыштырғанда ике тапҡырға күберәк.

Үҙҙәренең ғилми эштәренең һөҙөмтәләрен күрһәтеү- киләсәккә яҡшы старт. Әле уҡыусылар фәнгә тәүге аҙымдарын ғына эшләй, бәлки, киләсәктә тап улар ҡалабыҙҙың алтын фонды булыр.