Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

24.12.08

2-се саҡырылыш депутаттарының сессияһы үтте

18 декабрь Нефтекама ҡалаһы ҡала округы 2-се саҡырылыш депутаттарының сессияһы үтте. Был сессия иҫәп буйынса 8-сеһе һәм быйылға һуңғыһы булды. Көн үҙәгендә 9 һорау ҡаралды. Сессия барышында ағымдағы йылда башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһауға һәм 2009 йылда индереләсәк үҙгәрештәргә, көтөлгән яңылыҡтарға бәйле һорауҙар ҡаралды. Тәүге сығыш 2009 йылға Нефтекама ҡалаһы ҡала округы бюджетына ҡағылды. Шулай уҡ ҡаланың 2009-2011 йылға тиклемге социаль –иҡтисади үҫеше тураһында һүҙ алып барылды. Сессияла 23 һәм 25 б микрорайондарында барлыҡҡа килгән яңы урамдарға атамалар биреү һорауы ла күтәрелде.Депутаттар ҡарамағына Нефтекама халҡы өсөн билдәле шәхестәрҙең исемдәрен бирергә тәҡдим ителде. Сессияла ҡаралған бөтә һорауҙар  ентекле тикшерелде һәм ҡабул ителде.