Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

24.05.10

Пауэрлифтинг буйынса Башҡортостан республикаһы беренселеге

 

21 майҙан 22 нә тиклем Өфөлә 18 йәшкә тиклемге егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында пауэрлифтинг буйынса Башҡортостан республикаһы беренселеге үтте. Ярышта 13 ҡаланан спортсылар ҡатнашты. Нефтекаманан Венед балалар һауыҡтырыу үҙәге булды.Улар яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. “Ягуар” форум үҙәгендә быға арналған матбуғат –конференцияһы ойошторолдо. 
Пауэрлифтинг беҙҙең ҡалала йәш спорт төрҙәренән һанала. Ауыр атлетиканың был төрө менән Нефтекамала “Венед” балалар һауыҡтырыу үҙәгендә генә шөғөлләнергә мөмкин. Ул бында 1998 йылда барлыҡҡа килгән.
Венедтың рәрбиәләнеүселәре юғары һөҙөмтәләр күрһәтә. Үҙәк 10 спорт мастеры әҙерләп сығарған. Уларҙың дүртәүһе халыҡ –ара класлы. Шулай уҡ 18 спорт мастерына кандидат һәм төрлө ярыштарҙағы шәхси зачеттарҙа бихисап наградалар. Уҙған беренселектә йәш спортсылар йәнә тренерҙарын ҡыйын хәлдә ҡалдырманы. Дөйөм команда зачетында икенсе урын. Шәхси зачетта ике беренсе урын.
Беренселектә Азамат Әнүәров   яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Ул үҙенең йәш һәм ауырлыҡ категорияһында беренсе урынды,  һәм абсолют зачетта икенсе урынды алды. Шулай уҡ башҡортостан республикаһының яңы рекордын ҡуйҙы. 16 йәшкә тиклемге егеттәр араһында   ятып штанга күтәреүҙә ул 105 килограммды күтәрә алды. Был иһә уның үҙ ауырлығынан ике тапҡырға күберәк. Азамат үҙе 56 килограмм. Йәш спортсының киләсәккә пландары тағы ла ҙурыраҡ. 
 Азамат ярыштарҙа беренсе йыл ғына ҡатнашмай, ә бына Альмир Зиннәтуллин өсөн Беренселек тәүге мөһим һынау булды. Быға тиклем ул бер тапҡыр үҙәктә уҙғарылған ярышта ҡатнашҡан. Әммә ул бик яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Шәхси зачетта 2-се урын. Шулай ҙа спортсмен бик ауыр булды ти.

 

Ярышта беҙҙең ҡаланан 9 спортсы ҡатнашты. Уларҙың 8-е юғары һөҙөмтәләр күрһәтте. Улар тренерҙар өсөн һәм үҙәктең 20 йыллыҡ юбилейына ҙур бүләк булды.