Яңылыҡтар

31.01.17

Ф.Ҡудашева исемендәге Халыҡ-ара башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусылар конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

Башҡортостанда Фәриҙә Ҡудашева исемендәге Халыҡ-ара башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусылар конкурсы йәнә уҙа. Туғандаш халыҡтарҙың традицион йыр бәйгеһе Нефтекамала 5-7 апрелдә ойошторола. Конкурста ҡатнашыуға 16 йәштән 35 йәшкәсә һәүәҫкәр башҡарыусылар, шулай уҡ музыка училищеларының I-II курс вокал бүлеге студенттары саҡырыла.

Бәйгенең ойоштороусылары – БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Нефтекама ҡалаһы хакимиәте. Фестиваль туғандаш халыҡтарҙың мәҙәниәтен үҫтереү һәм байыҡтырыу; милли мәҙәниәттең яңы йондоҙҙарын асыу; йәш башҡарыусыларға ярҙам итеү; Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә һәм Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы илдәрендә йәшәүсе үҙешмәкәр коллективтары һәм айырым башҡарыусылар менән ижади бәйләнештәр булдырыу; Башҡортостан һәм Татарстандың мәҙәни һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең, эшлекле даирәләренең, дәүләт һәм ижтимағи ойошмаларының тырышлығын берләштереү маҡсатында уҙғарыла.

Ғаризалар 3 апрелгә ҡәҙәр киләһе электрон адресҡа ҡабул ителә: gukrcnt@mail.ru, kultura_neft@mail.ru. Яҡын һәм алыҫ сит ил ҡатнашыусылары өсөн йыраҡтан тороп һайлап алыу туры үткәрелә. Бының өсөн 20 мартҡа тиклем тултырылған ғаризаны һәм башҡарыусының ике йыр яҙмаһын gukrcnt@mail.ru электрон адресына ебәрергә кәрәк. Тулыраҡ мәғлүмәтте түбәндәге телефондар буйынса алырға мөмкин: 8 (347) 289 66 96, 8 905 355 44 20, 8 987 103 48 44, (8 347 83) 4-92-32, 4-24-72, (8 347 83) 3-41-80, 3-50-49.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.