Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

15.06.10

“НефАЗ” һәм диллер фирмалары

“Нефтекама автозаводы” Асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә йыл һайын уҙғарыла торған диллерҙар кәңәшмәһе үтте. Унда предприятиеның уҙған йылдағы диллер селтәре эшенә йомғаҡ яһалды.
 
Әлеге ваҡытҡа “Нефтекама автозаводы”ның диллер селтәрендә 34 субъект иҫәпләнә. Йыл буйына ул 8 берәмеккә кәмегән, әммә был завод етәкселәрен артыҡ борсомай- бында “әҙерәк, әммә яҡшыраҡ” тигән принципҡа таянып эш итәләр. “НефАЗ” Акционарҙар йәмғиәтенең генераль директоры Рәиф Маликов билдәләүенсә, финанс кризис тауарҙар етештереүгә генә түгел, шулай уҡ бөтә диллер селтәре субъектарына ла йоғонто яһаны. Мәҫәлән, уҙған йыл йомғаҡтары буйынса “НефАЗ”дың диллер селтәре буйынса 170 миллион һумға тауар тейәп ебәрелгән һәм хеҙмәт күрһәтелгән. Был предприятиеның дөйөм һатыу күләменең бишенсе өлөшөнән әҙ гена күберәк. 2008 йылда был күрһәткестәр юғарыраҡ булған: унда диллерҙар тарафынан 4 миллиард һумға яҡын “НефАЗ” етештергән тауар һатылған. Был иһә дөйөм һатыу күләменең 38 проценты.
Кәңәшмә аҙағында “НефАЗ” һәм диллер фирмалары вәкилдәре фекер алышты һәм ике яҡ өсөн дә файҙалы булған хеҙмәттәшлекте артабан да яҡшыртыу буйынса тәҡдимдәр менән уртаҡлашты.