Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

01.06.10

Ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы

Ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында алдан яҙылыу буйынса акушер-гинекологка эләгергә һәм ауырлы булыу буйынса иҫәпкә баҫырға мөмкин. Медицина хеҙмәткәрҙәре кадрҙар етмәү мәсьәләһен ошо рәүешле сисергә тырыша.
Һуңғы ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына медицина ярҙамы һорап мәрәжәғәт итеүселәр һәм ауырлы буйлыу буйынса иҫәпкә баҫыусылар һаны һиҙелерлек артты. Улар һәр береһе дауалаусы табипты һайларға хоҡуҡлы. Нефтекама ауырлыларҙы күҙәтеү буйынса республикала алдынғы урындарҙа. Был иһә беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһын ҡала халҡы араһында ғына популярлаштырмай. Бөгөнгө көнгә ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында Ҡалтасы, Ағиҙел, Яңауыл һәм тирә -яҡтағы ауылдарҙан ҡатын-ҡыҙҙар ҡарала. Бынан тыш һуңғы ваҡытта бала табыусыларҙың артыуы консультацияны тағы ла популярлаштырҙы. Ауырлы ҡатындар һаны күбәйә, ә штат шул килеш ҡала - булырға тейеш 19 белгес урынына 7 генә табип. Нимә ул ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы? Асылда ул гинекологтар ҡабул итеү алып барған поликлиника. Ғәҙәттә, унда ҙур сираттар барлыҡҡа килә, бигерәк тә иң яҡшы гинекологка. Сираттар мәсьәләһе бында күптәнән бар, һәм бындағы белгестәр уны инҡар итмәй, ә был хәлде сисеү өсөн көстәренән килгәнде эшләргә тырыша. Хәҙер ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы мөдире Ирина Рулева һөйләүенсә, ҡатын-ҡыҙҙар табипҡа бер көн алдан яҙыла ала. Бындай яңылыҡтар әле индерелә генә, һәм улар үҙгәреп тора. Әммә ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙарҙың актив гражданлыҡ позицияһы үҙҙәренә лә , персоналға ла   тынлыҡ бирмәй. Күптән түгел һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтына хат килгән. Унда медицина страховкалау полисы   бушлай медицина ярҙамы менән файҙаланырға мөмкинлек биреүенә ҡарамаҫтан, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһының бер пациентынан   күрһәтелгән хеҙмәт өсөн аҡса талап итеүҙәре тураһында әйтелә.   Был турала   ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы мөдире Ирина Рулева һөйләне. Бөгөнгө көндә эшләүсе 7 гинекологтың һәр береһе   ҡабул итергә   тейеш һандан ике тапҡырға күберәк пациентты ҡарай. Әммә табиптарҙың хеҙмәте сифатына ялыуҙар бик һирәк килә.