Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

04.06.10

Пляж миҙгеле

 Тиҙҙән пляж миҙгеле башланасаҡ. Ғәҙәттә сит илдәргә ял итергә бара алмаусылар урындағы һыу ятҡылыҡтарында ял итә. Әммә ҡала эргәһендәге йылғаларҙа ҡойоноу һаулыҡҡа зыян килтерергә мөмкин.

 
Тиҙҙән халыҡ күпләп йәйге ял урындарына йүнәләсәк. һәм тиҙҙән йылға буйҙары һыуҙа сафланырға теләгән Нефтекамалылар менән туласаҡ. Йыл һайын 1000ләгән ҡала халҡы Кама, Буй, Ҡарман һыуаҡлағысында   ял итә. Ҡояш ҡыҙҙыра башлау менән йылға буйҙары халыҡ менән тула, пикниктар ойошторола, матрацтар өрөп тултырыла. Әммә рәсми мәғлүмәттәр буйынса ҡала эргәһендәге бер генә пляж да әлегә был исемде йөрөтә алмай, сөнки һыу янында ял итеүселәрҙең һаулығына зыян килтерерҙәй әйберҙәр күп.
Йылға буйҙарында һыу инеүселәрҙе ҡотҡарыу өсөн бер нимә лә эшләнмәгән. Шуға ла кешеләргә үҙ үҙҙәренә генә ышанырға ҡала.
Әгәр ҙә һеҙ был ябай ҡағиҙәләрҙе үтәйһегеҙ икән, тимәк, һеҙгә хәүеф янамай тиҙәр ҡотҡарыусылар. Әммә был йылға буйында булырға мөмкин берҙән-бер хәүеф түгел.
Бөгөнгө көндә иң ҡурҡынысы-һыуҙағы бихисап микробтар. Әгәр ҙә был микробтар ҡайнаған һыуҙа ҡойоноп сыҡһағыҙ, бер нимә лә ярҙам итмәйәсәк.
Беҙҙең ҡаланың иң популяр пляждарындағы һыуҙар бер күҙәнәкле организмдар өсөн бик уңайлы мөхит булуын   ябай күҙ менән дә күрергә мөмкин. Уларҙың күптәре кеше менән дуҫ түгел. Үткәрелгән ентекле лабаратор тикшереүҙәр һәр кемде аптыратырға мөмкин. Шуға ла белгестәр бына инде бер нисә йыл тауыш күтәрә , ә үҙҙәре тик ванныла ғына йыуына.

 

Шуға ла ял итергә барыр алдынан бер нисә тапҡыр уйларға кәрәк. Бөтә нимәне лә алдыммы юҡмы, һуңынан пляждан магазинға йүгерергә тура килмәҫме тип түгел, ә һыуға инергәме юҡмы тип. һыуҙағы бәхетһеҙлектәрҙең күбеһе    иҫерек хәлдә булыуын да оноторға ярамай.