Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

10.06.10

Күсмә һатыуҙы ойоштороу буйынса кәңәшмә

 

Хәҙерге заманда шәхси эшҡыуарлыҡ менән һәр икенсе кеше шөғөлләнә тиергә мөмкин. Быға ҡарамаҫтан сауҙа итеү закондарын һәм тәртиптәрен бөтәһе лә белмәй. Ҡала хакимиәтендә күсмә һатыуҙы ойоштороу буйынса кәңәшмә үтте.
 
Йәй етеү менән ҡала биләмәһендә һәм унан ситтә һатыу нөктәләре күбәйә. Ҡала хакимиәтендә был һорауға арналған кәңәшмә үтте. Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа бүлеге вәкилдәре шулай уҡ эшҡыуарҙар яңы нөктәләр асыуға ҡағылған һорауҙарҙы тикшерҙе.
Бөтә эшҡыуарҙар ҙә сауҙа закондарын белмәй. Белһәләр ҙә гел генә уларҙы үтәмәй. Ҡайһы бер ваҡытта, мәҫәлән, бер тапҡыр ҡулланылырға тейеш һауыт-һаба күп тапҡыр ҡулланыла торғанға әйләнә. Был бигерәк тә урамда квасс һатып ултырыусыларға   ҡағыла. Шулай уҡ шашлыҡ һатҡанда ҡайһы бер санитар талаптар буйынса, медицина кенәгәләре, һатыусыларҙың махсус кейеме булмауға шулай уҡ һатыу нөктәләре эргәләрендә суп-сар өсөн һауыттар юҡлығына ҡағылған иҫкәрмәләр ҙә булды.
Йәшелсә-емеш һәм баҡса культураларын һатыуға бәле талаптар ҙа бар.
Шулай уҡ кәңәшмәлә алкоголь эсемлектәргә бәйле һорауҙы ла урап үтмәнеләр. Рәсәй алкоголе осһоҙ ҡаты настойкалар менән сауҙа итеүҙе тәртипкә килтерә.

 

Белгестәр билдәләүенсә, был, рөхсәт ителмәгән алкоголь менән һатыу итеүҙе һәм етештереүҙе кәметеүгә булышлыҡ итәсәк. Бизнесмендарҙы ҡулланыусылар баҙарындағы тәртип боҙоуҙар өсөн яңы штрафтар исемлеге менән таныштырҙылар. Талаптарҙан һәм яңы ҡағиҙәләр менән таныштырыуҙан тыш , кәңәшмәлә яҡшы эшләгән эшҡыуарҙарҙы билдәләп үттеләр.