Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

21.07.17

Республикала ЮХХДИ «йома» рейдтарын үткәрә

Йома көндө ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре Башҡортостан биләмәһендә традицион рейдтар уҙғара. Иҫкәртеү саралары Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙарҙы асыҡлауға һәм уларға юл ҡуймауға йүнәлтелгән.

«Иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ! Һәр саҡ Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәгеҙ, улар һеҙҙе генә түгел, туғандарығыҙҙың һәм яҡындарығыҙҙың да ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итер», — тип мөрәжәғәт иттеләр автоһәүәҫкәрҙәргә төбәк Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтендә.

Ведомствола юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың үҙҙәрен тотоу тәртибе ҡағиҙәләре хаҡында иҫкә төшөрҙөләр: юлға сығыр алдынан транспорттың техник торошон тикшерергә, тиҙлек режимын үтәргә, рулдә саҡта иғтибарҙы ситкә йүнәлтмәҫкә, хәрәкәт иткәндә һауа шарттарын һәм асфальттың торошон иҫәпкә алырға кәрәк.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.