Яңылыҡтар

24.07.17

Константин Толкачев Краснодарҙа «Ҡала мөхите» форумында берҙәм рәсәйҙәрҙең делегацияһын етәкләне

Краснодарҙа «Берҙәм Рәсәй»ҙең ҡала мөхитен, илдәге ҡалаларҙың йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү мәсьәләләре буйынса «Ҡала мөхите» форумы эшләй башланы. Башҡортостан делегацияһын төбәк парламенты спикеры Константин Толкачев етәкләне. Унда Өфө мэры Ирек Ялалов, Белорет, Нефтекама, ҡалалары хакимиәттәре, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы вәкилдәре проектты тормошҡа ашырыу тәжрибәләре менән уртаҡлашасаҡ. Форумда илдең 85 төбәгенән меңгә яҡын кеше: эксперттар, «Берҙәм Рәсәй»ҙең ҡала мөхитен төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән федераль партия проекттары координаторҙары, Дәүләт Думаһы депутаттары, Рәсәй Хөкүмәте, Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы, ил субъекттарының башҡарма һәм закон сығарыу властары вәкилдәре, муниципалитет хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнаша.

Көндөң тәүге яртыһында ҡатнашыусылар дүрт дискуссия майҙансыҡтары форматында проекттың уңыштарын һәм проблемаларын тикшерҙе. Дмитрий Медведев етәкселегендәге пленар ултырыш көндөң икенсе яртыһына билдәләнгән. Уның йомғаҡтары буйынса резолюция ҡабул ителәсәк.

2016 йылдың декабрендә «Берҙәм Рәсәй»ҙең Генераль советы президиумы яңы партия проекттары хаҡында ҡарар ҡабул иткәйне, улар араһында «Бәләкәй ҡалаларҙың парктары» һәм «Ҡала мөхите» бар. Ике партия проекты ла ҡалаларҙы һәм ихата биләмәләрен төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.