Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

26.07.17

Беҙ мәнфәғәттәрҙең конфликтын юҡҡа сығарыу йәһәтенән эшләйбеҙ

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәктә коррупцияға ҡаршы эш итеү буйынса эште координациялау комиссияһы ултырышын үткәрҙе. Ул мәнфәғәттәрҙең конфликтын асыҡлауға һәм уға юл ҡуймауға арналды.

– Былтыр Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәтенең, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле аппаратының тикшереүҙәре беҙгә ошо йүнәлештә әүҙемерәк шөғөлләнергә кәрәклеген күрһәтте. Ошо тикшереүҙәрҙең һөҙөмтәләре буйынса ҡайһы бер иптәштәр, элекке коллегаларыбыҙ биләгән вазифаларынан бушатылды, – тине Рөстәм Хәмитов. – Быйыл республиканың Хәүефһеҙлек советы аппараты хеҙмәткәрҙәре лә ҡайһы бер дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарының, атап әйткәндә, Һаулыҡ һаҡлау министрлығының, Тәтешле районы хакимиәтенең эшендә етешһеҙлектәрҙе асыҡланы.

Башҡортостан Башлығы 6 июлдә муниципаль кимәлдә коррупцияға ҡаршы эш итеү  йәһәтенән бер нисә республика законына үҙгәрештәр индерелеүен хәбәр итте. Хәҙер муниципаль вазифа биләгән кешеләр республика етәксеһенә килемдәр һәм сығымдар тураһында мәғлүмәт бирергә тейеш.

Башҡортостандың ведомство-ара Йәмәғәт именлеге советы секретары  Алексей Касьянов дәүләт хеҙмәткәрҙәренең мәнфәғәттәрҙең конфликтын көйләү йәки бөтөрөү тураһында талаптарҙы үтәмәү осраҡтарын асыҡлау буйынса алып барылған эш хаҡында һөйләне.

Мәҫәлән, 2017 йылда республиканың дәүләт органдарына хеҙмәткәрҙәрҙән мәнфәғәттәрҙең конфликты килеп тыуыуы хаҡында биш һәм уның барлыҡҡа килеү ихтималлығы тураһында 23 белдереү ҡағыҙы килгән. Һөҙөмтәлә уларҙың вазифаһын үҙгәртеү юлы менән мәнфәғәттәрҙең конфликтын көйләү йәки бөтөрөү буйынса саралар күрелгән.

2017 йылдың беренсе кварталында республиканың дәүләт власы органдарында эшләү тәртибе һәм мәнфәғәттәрҙең конфликтын көйләү талаптарын үтәү буйынса комиссияларҙың 21 ултырышы уҙған. Алты хеҙмәткәргә ҡарата эшләү тәртибе талаптарын үтәү тураһында мәсьәләләр ҡаралған. Комиссияларҙың ултырышы йомғаҡтары буйынса ике кеше дисциплинар яуаплылыҡҡа йәлеп ителгән.

– Дәүләт хеҙмәткәрҙәре эшмәкәрлегендә мәнфәғәттәрҙең конфликтына юл ҡуймау мәсьәләләренә даими рәүештә ҙур иғтибар бүленергә тейеш, – тип билдәләне Алексей Касьянов. – Шуға бәйле республиканың башҡарма власть органдары етәкселәренә хоҡуҡ боҙоусыларҙы ышанысты юғалтыуға бәйле эштән бушатыуға тиклем дисциплинар яуаплылыҡҡа йәлеп итеү буйынса саралар күрергә тейеш.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.