Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

28.07.17

Республиканың юғары уҡыу йорттарында абитуриенттарҙы ҡабул итеү башлана

Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында абитуриенттарҙы уҡырға алыу башлана. Шәмбе, 29 июлдә, уҡырға алыу тураһында тәүге бойороҡтар баҫылырға тейеш, уларҙы уҡыу йорттарының рәсми сайттарында һәм мәғлүмәт стендтарында күрергә мөмкин. 27 һәм 28 июлдә вуздар абитуриенттарҙың берҙәм дәүләт имтиханы балдары күрһәтелгән исемлектәрен баҫтыра. Исемлектәрҙә һынауһыҙ уҡырға инеүселәр өсөн ҡабул итеүҙең нигеҙе тураһында мәғлүмәт һәм шәхси ҡаҙаныштар өсөн балдар һаны булырға тейеш. Шулай уҡ абитуриенттарҙың өҫтөнлөклө хоҡуҡҡа эйә булыуы күрһәтелә.

Беренсе этапта вуз абитуриенттарҙың 80 процентын, икенсеһендә ҡалған 20 процентын ҡабул итә.

3 августа икенсе бойороҡ сыға, һынауһыҙ йәки квота сиктәрендә уҡырға инеүселәрҙән ҡалған төп конкурс урындарына ҡабул итеү башлана.

8 августа ризалыҡ тураһында ғариза биргән абитуриенттарҙы уҡырға алыу хаҡында бойороҡтар баҫыла.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, быйыл республиканың юғары уҡыу йорттары бюджетҡа 9943 студентты, шул иҫәптән 5633 бакалаврҙы, 1521 белгесте, 2789 магистрҙы ҡабул итергә тейеш.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.