Яңылыҡтар

02.08.17

Башҡортостандың мәғариф министры башҡорт телен өйрәнеү менән бәйле хәлде аңлатты

Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова «Рәсәй-Башҡортостан радиоһы»нда «Мысли вслух» тапшырыуында мәктәптәрҙә башҡорт телен өйрәнеү менән бәйле хәлде аңлатты.

«Башҡорт теле дәүләт теле булараҡ 1 кластан 9-ға тиклем аҙнаһына бер йәки ике тапҡыр өйрәнелә. Уны өйрәнеү федераль дәүләт стандарты сиктәрендә тормошҡа ашырыла һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында»ғы законы тарафынан тәьмин ителгән», – тип аңлатты Гөлназ Шафиҡова.

Туған телдәрҙе өйрәнеү тураһында һүҙ йөрөткәндә, министр уның ата-әсәләрҙең ғаризаһынан сығып өйрәнелеүенә иғтибар итте.

«Ата-әсә булараҡ мәктәпкә балағыҙ туған телде өйрәнеүен теләү тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итһәгеҙ, класта ундайҙар төркөмө йыйылһа, мәктәп ошо хоҡуҡты тәьмин итергә тейеш. Әгәр 20 баланан торған класта унауһы туған башҡорт телен һәм шундай уҡ күләмдә туған татар телен һайлаһа, мәктәп класты төркөмдәргә бүлеү һәм туған телде өйрәтеү өсөн шарттар булдырыу мөмкинлеген ҡарарға тейеш. Бында ата-әсәләрҙең ғаризаһы нигеҙ булып тора, — тип аңлатты Гөлназ Шафиҡова. — Республикала урыҫ милләтенә ҡарамаған 67 процент балаларҙың үҙ туған телен өйрәнеү мөмкинлеге бар, беҙ 14 тел буйынса белем биреү мөмкинлеген тәҡдим итәбеҙ. Тәү сиратта, әлбиттә, башҡорт, артабан татар, мари, удмурт, хатта немец һәм латыш телдәре ул. Рус телен бөтә мәктәптәрҙә лә дәүләт теле булараҡ өйрәнәләр. Ата-әсәләр үҙ ғаризаһында туған тел сифатында рус телен яҙһа, мәктәп, әлбиттә, был хоҡуҡты уларға бирәсәк».

Нормативтарға ярашлы, һәр төркөмдә ете баланан да кәм булмаҫҡа тейеш.

Өфөлә 12 августа ҙур уҡытыусылар советының һүҙ көрәштереү майҙансыҡтарының береһе дәүләт теле булараҡ башҡорт телен өйрәнеүгә арналасаҡ.

«Бөгөн башҡорт дәүләт теле сит тел кеүек өйрәнелергә тейешлеген аңлайбыҙ, ә ул бөтөнләй икенсе уҡытыу алымы. Хәҙер беҙҙә ғәҙәттә класс ике төркөмгә: башланғыс һәм башҡорт телен дәүләт теле кеүек артабан өйрәнгәндәргә бүленә. Башлап өйрәнеүселәр өсөн тулыһынса уҡытыу-методик оҙатыуҙы әҙерләгән автор төркөмөн булдырабыҙ», — тине мәғариф министры.