Яңылыҡтар

03.08.17

Республикала мәктәптәр үҙҙәре уҡыу йылының башын билдәләргә хоҡуҡлы – Башҡортостан Мәғ

Башҡортостанда яңы уҡыу йылы 2 йәки 4 сентябрҙә башлана. Ул быйыл Белем көнөнөң Ҡорбан байрамы менән тап килеүенә бәйле. Тимәк, 1 сентябрь эшләмәгән байрам көнө булып иҫәпләнә, тип аңлаттылар Башҡортостан Мәғариф министрлығында.

«Уҡытыу графигын мәктәп үҙаллы булдырғас, ул уҡыу йылын 1 сентябрҙә түгел, ә һуңыраҡ, мәҫәлән, 2 йәки 4 сентябрҙә башларға хоҡуҡлы», — тип аңлатты Башҡортостан Мәғариф министрлығының дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы һәм белем сифатын баһалау бүлеге етәксеһе Жанна Миникеева.

. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.