Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

04.10.17

Яңы йылдан Башҡортостанда тәрбиәгә алынған баланы ҡарау өсөн айлыҡ пособие арттырыла

2018 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда тәрбиәгә алынған һәм патронат ғаиләләргә тапшырылған балаларҙы ҡарау өсөн айлыҡ пособие, ошо ғаиләләрҙәге ата-әсәләргә тейешле аҡса, опекаға һәм попечителлеккә алынған балаларҙы тәрбиәләү өсөн пособие 16,3 процентҡа арттырыла. Республика закон проектын Башҡортостандың Мәғариф министрлығы етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға социаль ярҙам сараларын көсәйтеү маҡсатында әҙерләгән, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Атап үтелгән түләүҙәр һуңғы тапҡыр 2015 йылдың 1 ғинуарынан биш процентҡа арттырылғайны. 2018 йылда законды ғәмәлгә ашырыу өсөн сығымдар 223,2 миллион һум тәшкил итәсәк. Был аҡса буласаҡ ҡаҙнаға һалынған да инде. Әйткәндәй, пособие һәм аҡсалата бүләктең күләме ғаилә ҡоролошоноң формаһына бәйле.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.