Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

20.01.09

Бөтә Рәсәй олимпиадаларының төбәк-ара этаптары башланды.

Был аҙнала мәктәп уҡыусылары араһында Бөтә Рәсәй олимпиадаларының төбәк-ара этаптары башланды. Башҡортостан Республикаһы уҡыусылары был этапты баш ҡалабыҙҙа үтә. Олимпиадалар 6 февралгә тиклем дауам итәсәк. Нефтекама ҡалаһынан республика олимпиадаларында бөтәһе 95 уҡыусы ҡатнаша. Олимпиадалар бөтәһе 23 предмет буйынса үткәрелә. Нефтекама ҡалаһы уҡыусылары был предметтарҙың 20-һе буйынса үҙ көстәрен һынаясаҡ. Ә технология, информатика һәм хәүефһеҙ йәшәйеш нигеҙҙәре фәндәренән үткән олимпиадаларҙа беҙҙең ҡала уҡысылары ҡатнашмаясаҡ. Олимпиадала ҡатнашырға математика һәм химия фәндәренән 11 уҡыусы, физика һәм инглиз теленән 9, биология һәм географиянан 8, башҡорт теленән 6 һәм башҡа фәндәрҙән 5 уҡыусы саҡырылған. Был уҡыусылар ниндәй һөҙөмтәләр күрһәтеп, ниндәй уңыштарға лайыҡлы булыуы тиҙҙән билдәле буласаҡ. Алдағы йылдарҙағы һөҙөмтәләр буйынса Нефтекама ҡалаһы алдынғылар рәтендә иҫәпләнә. 2007-2008 уҡыу йылында ҡаланан республика олимпиадаларында 24 уҡыусы бүләкле урындар яулап, уларҙың 3 Рәсәй кимәлендәге олимпиадала көстәрен һынаны.