Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

20.01.09

Нефтекама ҡалаһының үҙәк дауаханаһына яңы, заманса наркоз аппараты ҡайтарылды.

Нефтекама ҡалаһының үҙәк дауаханаһы күп йылдар элек яңы, заманса йыһазландырылған наркоз аппаратына ғариза биргән. Ниһайәт быйыл реанимация бүлегенә яңы аппарат ҡайтарылды. Аппарат яңы ғына ҡайтарылыуына ҡарамаҫтан, унда ике операция үткәрелгән дә инде. Табиптар әйтеүенсә, Швецияла сығарылған был аппарат ышаныслы һәм уңайлы. Махсус монитор белгестең эшен күҙәтә, ауырыуҙың организмындағы һәр үҙгәреште күрһәтә. Наркоз аппараты вентиляция режимында эшләй, унда заманса анастезия алымдары тупланған. Бында урынлаштырылған махсус таблица автоматик рәүештә һәр ауырыуҙың параметрҙарын билдәләй. Ә наркоз аппаратының ҡара йәшнигендә бөтә операциялар,уларҙың үтәлеше тураһында мәғлүмәттәр туплана. Башҡортостанда был күп функциялы наркоз аппаратының аналогтары юҡ. Уның хаҡы ла аҙ түгел – Фалкон-С аппараты 1 млн 600 мең һум тора. Алдағы көндәрҙә Нефтекама ҡалаһы үҙәк дауаханаһына тағы ла ике Фалкон-С аппараты ҡайтарылыуы көтөлә.