Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

26.07.10

Бобслей

Ҡалала бобслей өсөн трасса булмаһа ла, был спорт төрө әкренләп үҫеш ала бара. Нефтекамала бобслей буйынса секция эшләп килә, хатта был спорт буйынса чемпион да бар. Алдағы сюжетыбыҙ 2006 йылдың Ҡышҡы Олимпия уйындарынын көмөш призеры Алексей Селиверстов тураһында.

 Алексей Селиверстов  бобслей буйынса атҡаҙанған спорт мастеры, Туринда үткән олимпиадала ҡатнашҡан Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Был олимпиадала ул көмөш миҙал яулаған. Тәүҙә, бобслейға тиклем Алексей еңел атлетика менән шөғөлләнә башлаған, һуңыраҡ тренер уға үҙен бобослейҙа һынап ҡарарға кәңәш иткән.
Бобслей – хәүефле спорт төрө. Уның асылы - тауҙан махсус ҡорамалдар менән йыһазландырылған боҙло трасса буйынса ҡул менән идара итә торған саналарҙа  ҙур тиҙлектә төшөүҙә.  Олимпия уйындарына был спорт төрө тәүге тапҡыр 1924 йылда индерелгән, ә Рәсәйҙә бобслей менән 1980 йылда ғына шөғөлләнә башлағандар. Алексей бобслей буйынса 3 олимпиадала ҡатнашҡан. Иң иҫтә ҡалғаны 2006 йылда Туринда булған Олимпия уйындары, ти ул.
Спортсы олимпия миҙалы өсөн көрәшеү бер ҙә еңел түгел, был миҙалға лайыҡ булыр өсөн күп ауырлыҡтар аша үтергә кәрәк. Шулай ҙа , яҡшы яҡтары ла юҡ түгел, ти.
 
Спортсыларҙың тормошо һәр саҡ улар теләгәнсә генә килеп сыҡмай. Ванкуверҙа булған Олимпиадала ҡатнашырға Алексей Селиверстов тырышып әҙерләнә, тағы ла бер еңеүгә иҫәп тота ул. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күнекмәләр ваҡытында алған травма арҡаһында ҡатнаша алмай ҡала. Тик спортсы бер ҙә төшөнкөлөккә бирелмәй.
 
 
Беҙҙең ҡалала бобслей секцияһы башҡа спорт төрҙәре менән бер рәттән үҫеш ала бара. Махсус трасса булмаһа ла, спортсылар еңел атлетика базаһында шөғөлләнә.
 

Йәйен күнекмәләр стадионда үтә, ҡышын спортсылар Мәскәү өлкәһенә йә иһә Латвияға китә, сөнки унда махсус трасса бар. Бобслей нефтекамала киң таралған спорт төрө булмаһа ла, йылдан-йыл  үҫеш ала бара. Кем белә, бәлки бер нисә йылдан Алексей Селиверстов кеүек спортсылар һаны тағы ла күбәйер әле.