Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

23.08.10

СанПиндың яңы нормалары

    Ихата төҙөк, матур булһа, сығып ултырыуы ла күңелле. Унда инде ағастар, сәскәләр үҫеп ултырһа, балалар майҙансығы ла заманса тулыландырылһа тағы ла кәйефтәр кутәрелеп китә.
 
15 августа СанПиндың яңы нормаларын раҫлау тураһындағы ҡарар ғәмәлгә инде. Был закон буйынса сауҙа киоскылары, ширҡәттәре ишек алдында урынлашырға тейеш түгел. Тәҙрә алдында үҫеп ултырған ҡыуаҡлыҡтарҙың оҙонлоғо күпме булырға тейешлеге ла яңы ҡағиҙәлә ҡаралған.
Иң мөһиме сүп контейнерҙары бетон йә иһә асфальт түшәлгән ерҙә ултырырға, тимер бетон менән уратып алынырға тейеш. Улар торлаҡ йорттарҙан һәм балалар майҙансыҡтарынан 20 метр алыҫлыҡта урынлашырға, подъездарҙан - иң һуңғы подъезды ла иҫәпкә алып - 100 метрҙан да алыҫ булырға тейеш түгел. Тағы ла СанПиндың яңы нормалары сүп контейнерҙарына бара торған юл яҡтыртылып тороуын талап итә. Яңы ҡағиҙәләр индерелһә лә, ҡалалағы бөтә контейнерҙарҙы ла СанПинға ярашлы итеп бөтөрөп булмай. Бының сәбәбе – ҡалалағы йорттарҙың уңайһыҙ урынлашыуында.
 
Яңы ҡағиҙә талаптарына ҡала ихаталарының  20 проценты ғына яуап бирә. Бөгөнгө көндә  торлаҡ хужалығы идаралығында 467 йорт, 300 сүп контейнеры иҫәпләнә. Бер кеше йылына уртаса 1 кубтан артыҡ сүп ташлай икән. Уйлап ҡараһаң, торлаҡ хужалығы хеҙмәткәрҙәренең эше етерлек. Шуға ҡарамаҫтан, сүп контейнерҙары ваҡытында бушатылып тора.
Тағы ла шуны ла әйтергә кәрәк, яңы ҡағиҙәләр фатирҙарҙы яҡтыртыуға, вентиляциялауға ла, ультра һәм инфразвуктарға ла ҡағыла.