Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

12.10.10

Хоккей

 Торос хоккей командаһы Юғары хоккей лигаһы чемпионатының үҙебеҙҙәге уйындары дауам итә. 8 октябрҙә үткән матчта Тверь ҡалаһының Динамо командаһын беҙҙекеләр 4:0 иҫәбе менән отто. 10 октябрҙә Торос Питер ҡалаһының хоккей командаһы менән осрашты.

Тверь ҡалаһы менән булып үткән уйындарға ҡарағанда питерсылар менән матч ҡыҙыҡлыраҡ һәм мауыҡтырғысыраҡ та булды. Ҡунаҡтар Ижау ҡалаһынан сталеварҙарҙы еңеп килде, тороссылар, үҙ сиратында, динамосыларҙы 4:0 менән отоп, был юлы Жмаев һәм Зюзинһыҙ уйнаны.  Период башында уҡ Голованов беренсе голды индерҙе. Беренсе периодта Торос командаһы һөжүмдәрҙе күберәк яһаны. Давыдов питерсыларҙы ҡапҡаға яҡын ебәрмәне. Беҙҙең хоккейсылар период буйы дошман территорияһында булһа ла, Головановтан башҡа гол индереүсе булманы, беренсе период 1:0 иҫәбе менән тамамланды.

 
Икенсе периодтың уртаһында Антон Полещук тағы ла бер гол индерҙе. Шулай ҙа питерсылар был юлы күберәк һөжүм итте, Антон Королев яҡын ғына аранан Давыдовтың ҡапҡаһына гол индерҙе. Икенсе период 2:1 иҫәбе менән тамамланды.
 
Өсөнсө периодта ике команда ла тырышып уйнаны. Башта Королевтың голы еңеүҙе яҡынлаштырҙы, һуңыраҡ Солодухиндыҡы иҫәпте тигеҙләне. Уйындың 50-се минутында Зубарев индергән гол командаға еңеү килтерәсәк тип уйларға урын булһа ла, питерсылар еңелергә теләмәне. Уйындың 55-се минутында Гребенщиков иҫәпте тигеҙләп, уйынды овертаймға күсерҙе.
 
Өҫтәмә ваҡыт та еңеүсене билдәләй алманы. Еңеүҙе буллит ҡына билдәләр тигән өмөт ҡалды. Давыдов ысын хоккейсыларса, питерсыларҙың 2 киҫкен ынтылышын да кире һуҡты. Голованов менән Цыбин да уңайлы осраҡтан файҙаланып ҡалды, һөҙөмтәлә матч 4:3 иҫәбе менән тамамланды, Торос тағы ла бер еңеү яуланы.
Тороссыларҙы алда тағы ла уйындар көтә, 13 октябрҙә улар Рязань хоккей клубы менән осрашасаҡ.