Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

29.09.10

Үткәндең ептәре

Нефтекамала авторҙарының яңы шиғырҙар,  хикәйәләр йыйынтығы даими сығып ҡына тора. Ошо көндәрҙә ҡалала танылған тарихсы, журналистарҙың береһе Федор Бредневтың тағы ла бер китабы донъя күрҙе. Ул “Үткәндең ептәре” тип исемләнгән.
Федор Бреднев ҡала тормошо тураһында күп яҙған тарихсы, журналист,  төрлө йыйынтыҡтар һәм китаптар авторы. Ул тыуған яҡ тарихы буйынса ҙур архив материалдары йыйған. Яҙыусы Нефтекама шағирҙарының китаптары донъя күрһен өсөн дә күп көс һалған кешеләрҙең береһе. Федор Бредневтың “Тыуған ил шинелдә ине”, “Нефтекама. Даталар һәм ваҡиғалар хроникаһы”, “Нефтекама – сабыш ҡала”, “Тыуған яғымды һөйөп туймайым” исемле китаптары күптәргә таныш. Тик шулай ҙа был уның авторлығы аҫтында сыҡҡан китаптарҙың тулы исемлеге түгел.
Яңыраҡ донъя күргән “Нефтекама. Үткәндең ептәре” китабы хикәйәләр, эссе, фотоһүрәттәрҙән һәм тарихи белешмәләрҙән тора. Ябай кеше күҙлеге аҫтынан автор ҡала тормошо тураһында һөйләй, китап 370 биттән тора.
 
Яңы китабы өҫтөндә эшен Федор Бреднев 2006 йылда башлаған, 4 йыл эсендә авторға ғәжәп бөйөк эш башҡарырға тура килгән. Китаптың тиражы 500 дана. Уның беренсе экземпляры Юрий Лужковтың ҡулына барып та эләккән икән, Лужковҡа уны беҙҙең марафонсы Тәлғәт Шафиҡов тапшырған.
Әҙәбиәт һөйөүселәр йыйынтыҡты ҡала типографияһында һатып алала, уның хаҡы 170 һум. Китаптың презентацияһы 5 октябрҙә буласаҡ.