Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

20.01.09

Ҡалала “Ҡоралыңды тапшыр-аҡса ал” тип исемләнгән акция бара.

Эске эштәр министрлығы планына ярашлы Башҡортостан Республикаһында 12 ғинуарҙан 20 һенә тиклем атыу ҡоралдарының, һуғыш припастарының законһыҙ әйләнешен иҫкәртеү маҡсатында “Ҡоралыңды тапшыр-аҡса ал” тип исемләнгән акция бара. Нефтекама ҡалаһында был акция буйынса эш башланды ла инде. Халыҡта законһыҙ һаҡланған атыу ҡоралдарының һаны күп. Ҡайһы бер граждандар яуаплылыҡҡа тарттырылыуҙан ҡурҡыу, ҡоралдар әйләнешенең норматив-хоҡуҡи база ҡағиҙәләрен белмәү сәбәпле Эске Эштәр идаралығына мөрәжәғәт итмәйҙәр. Теркәлмәгән ҡоралды үҙҙәрендә һаҡлауҙы хуп күрәләр. Атыу ҡоралдарын законһыҙ һаҡлаусыларҙы иркенән 5 йылға тиклем  мәхрүм ителеү көтә. Ә инде акция барышында ҡоралдарын үҙ ирке менән тапшырыусылар яуаплыллыҡҡа тарттырылмай. Ә, киреһенсә, үҙ ирке менән атыу ҡоралдарын, шулай уҡ төрлө патрондар, мина, граната, шартлатҡыс матдәләрҙе тапшырыусыларға аҡсалата бүләк биреләсәк. Тапшырылған ҡоралдың төрөнә ҡарап аҡсаның күләме 100 һумдан алып 4 мең һумды тәшкил итә. Халыҡҡа был акция буйынса Эске Эштәр идаралығына мөрәжәғәт итергә кәрәк.