Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

20.10.10

Аэропорт

Бынан 42 йыл элек барлыҡҡа килгән,  тик 90-сы йылдарҙа эшен туҡтатҡан аэропорт, нисә йыл тынлыҡтан һуң самолеттар ҡабул итә башланы. 15 –се октябрҙә беренсе техник рейс яһалды. Рейс ҡала аэропорты һауа аша ҡунаҡтарҙы ҡабул итергә әҙер икәнлеген күрһәтте.

Өфө тағы ла Нефтекамаға таба юл ала. 15 октябрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһынан беҙҙең ҡалаға беренсе самолет килде. Һауа аша юл асыу тураһында һүҙ күптәндән алып барыла, бындай һауа бәйләнеше булдырыу төбәктә йәшәгән халыҡҡа уңайлыҡтар тыуҙырыуға йүнәлтелгән
Самолетты Нефтекама аэропортына  ултыртыуҙа Башҡортостан республикаһы хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары Сергей Афонин да ҡатнашты. Летчиктар уға пилот фуражкаһы бүләк итте.
Иртәнге 10 сәғәт 45 минутта Өфө халыҡ-ара аэропорты директоры самолеттың осорға әҙерлеге тураһында рапорт яһаны. Артабан Л-410 самолеты бортына беренсе пассажирҙар менде. Ишектәр ябылды. Самолет тиҙлеген арттырып, әкренләп ерҙән күтәрелде.
 Өфө йорттары, баҫыуҙары  аҫта алыҫайғандан-алыҫайҙы. Сәғәт иртәнге 11. Осоу  тыныс ҡына үтә. Борт артындағы һыуыҡ та пассажирҙарҙы борсомай.
Ниһайәт нефтекаманың сәнәғәт предприятиелары, оҙон торбаларҙан сыҡҡан төтөн, завод биналары күренә башланы. Нефтекама аэропортының осоп күтәрелеү юлына самолет әкренләп төшә, пилот һауа транспортын йомшаҡ итеп ергә ултырта
 Был минуттар тарихҡа инеп ҡаласаҡ. Көндөҙгө 11 сәғәт 35 минутта нисә йылдан һуң Нефтекама аэропорты беренсе самолетты ҡабул итте. Хәҙер беҙҙең ҡаланан да һауа юлы асылды.
Нефтекамаға беренсе рейс ике авиапассажирҙар ташыу кампаниялары тырышлығы менән булдырылған, уларҙың береһе Арҡайым, икенсеһе Ютэйр.
 Өфө менән Сибай араһында һауа бәйләнеше булдырыласағы теүәл билдәле, башҡа ҡалалар тураһында һүҙ әлегә алып барылмай. Нефтекама 1300 километр радиуста булған барлыҡ ҡалалар менән дә һауа бәйләнеше булдыра ала. Тик әлегә бортта ысын пассажирҙар менән осоу датаһы билдәләнмәгән.

Әлегә Нефтекаманан осоу хаҡтарын билдәләү тураһында уйлайҙар, Нефтекаманан Өфөгә билет хаҡы 1000-1200 һум самаһы буласаҡ.