Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

12.11.10

Осрашыу

 

Октава үҫмерҙәр клубында ике быуын – 21-се быуат мәктәп уҡыусылары һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары.  Осрашыу  Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына һәм башҡорт комсомолы юбилейына бағышланды.
 
 Ветерандарҙың бөтәһе лә ҡасандыр комсомол сафында булған, был хаҡта уҡыусыларға  үҫмерҙәр клубы директоры Лариса Әкрәмова  һөйләп үтте. Бөгөн ветерандар балаларға дәһшәтле һуғыш йылдары, шулай уҡ совет осоро идеалдары тураһында һөйләргә килгән. Ҡала ветерандар советы рәйесе Людмила Байрамова ла осрашыуҙан ситтә ҡалмаған.
 
Хәҙер Йәш гвардия йәштәр ойошмаһы уңышлы эшләп килә, комсомол ойошмаһы менән ниндәйҙер кимәлдә традицияларҙың күсәгилешлелеге лә сағыла.Өлкән быуын кешеләрен, комсомол сафында ҡасандыр булғандарҙы комсомолдың тыуған көнө менән ҡотлайым, ти Людмила Байрамова.
         
Бындай осрашыу үткәреүҙе ветерандар советы тәҡдим иткән. Үҫмерҙәр клубы етәкселеге лә, мәктәп уҡыусылары ла  осрашыу ойоштороуҙы ла, йәмәғәт ойошмаларын булдырыуҙы ла хуплап, тырышып был сараға әҙерләнгән.Оксана Васильева Һайла тип исемләнгән агитбригада ла ҡатнаша, һәм Факел клубы ағзаһы. Бөгөн ул да башҡалар менән бергә ветерандар ҡулынан волонтерҙар китабы алды.
 
Был осрашыуға оҙаҡ итеп, етди әҙерләндек, беҙ сәләмәт тормош рәүешен пропагандалайбыҙ, кескәйҙәрҙе лә үҙебеҙ менән әйҙәйбеҙ, ти Оксана.
 

Совет йылдарында комсомолдар рәтендә 36 миллион йәштәр иҫәпләнгән. Бөгөнгө көндә лә төрлө йәштәр ойошмалары барлыҡҡа килә, ошондай осрашыуҙар, әлбиттә, уларҙың тыуыуына ҙур булышлыҡ итә.