Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

12.11.10

Хәҙер киске сәғәт 11-ҙән һуң һыра һатыу тыйыла

Депутаттар һыраны алкоголле эсемлектәр иҫәбенә индереп, яңы законопроект индерҙе. Хәҙер һыра рекламаһы телевизор экрандарынан юҡҡа сығасаҡ. Белгестәр билдәләүенсә,  был яңылыҡ һыра төп килем сығанағы булған бәләкәс магазиндарҙы бөлгөнлөккә төшөрәсәк. Һырасылар Дәүләт думаһы индергән үҙгәрештәр арҡаһында  был эсемлектең  хаҡы артасаҡ тип күҙаллай.
Һыра алкоголле эсемлектәр исемлегенә индерелгәс,  уның әйләнеше контролдә тотоласаҡ. Заводтарға ҡеүәтле спиртлы эсемлектәр етештереүселәр кеүек махсус счетчиктар  һатып алырға, ә магазиндарға 40 градуслы эсемлектәргә кеүек лицензия алырға тура киләсәк. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, һуңғы 5 йылда Рәсәйҙә һыраны 3 ярым тапҡырға күберәк ҡуллана башлағандар, статистика буйынса илдә 11 меңдән ашыу бала һыраны 14,  ҡай саҡ 10 йәштән эсә башлай. Башҡортостан әлегә беренселәрҙән булып киске сәғәт 11-ҙән һуң һыра һатыуҙы  тыйҙы.