Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

04.11.10

Семинар-кәңәшмә

3-сө ноябрҙә ҡала хәкимиәтендә Башҡортостан Республикаһы буйынса  дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль хеҙмәте идаралығының семинар-кәңәшмәһе булып үтте.
 
Семинар-кәңәшмәгә йыйылған етәкселәр һәм белгестәр алдында иҡтисад һәм сәнәғәт буйынса ҡала хәкимиәте урынбаҫары Лилиә Зәйнуллина сығыш яһаны. Лилиә Фәрит ҡыҙы ҡыҫҡаса ҡала иҡтисады һәм киләсәккә пландар менән таныштырып үтте. Артабан Башҡортостан Республикаһы буйынса  дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль хеҙмәте идаралығы етәксеһе урынбаҫары Рәхим Тойғонов семинарҙың әһәмиәте тураһында һөйләп үтте.
 
Бөгөн беҙ үҙебеҙҙең белгестәребеҙҙе  кәрәкле мәғлүмәттәр менән таныштырабыҙ, эш барышында килеп тыуған мәсьәләләрҙе сисергә тырышабыҙ. Был,  үҙ сиратында,  беҙҙең менән эшләүселәргә уңайлы шарттар тыуҙырыуға булышлыҡ итә, ти Рәхим Тойғонов.
 
Семинарҙа сығыш яһаусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған сфералағы закондарға индерелгән үҙгәрештәр, идараға мөрәжәғәт итеү алгоритмдары, эш башҡарыу тураһында һөйләп үтте.  Кәңәшмә барышында ер менән файҙаланыу һәм ерҙәргә мониторинг яһау тураһында ла һүҙ алып барылды. Семинар түңәрәк өҫтәл артында фекер алышыу, ҡатмарлы мәсьәләләрҙе тикшереү менән тамамланды.