Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

11.02.09

Льготалар менән ҡулланыусылар бушлай утын менән тәьмин ителә

Йыл һайын ҡала хакимиәте Ташҡын ауылының газ үткәрелмәгән йорттарында йәшәүселәрҙе утын менән тәьмин итә. Бушлай утын төрлө ташланмаларға эйә булған кешеләргә генә бирелә. Уның күләме йорттоң майҙанына ҡарап билдәләнә. Бушлай утын менән хеҙмәт , һуғыш ветерандары, һуғышта вафат булғандарҙың ҡатындары, шулай уҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр, тыл эшсәндәре һәм күп балалы ғаиләләр тәьмин ителә. Башҡа йылдарҙа утын бүрәнә формаһында ғына бирелгән. Быйыл иһә кешеләргә уңайлыраҡ булһын өсөн түмәрҙәргә бүлергә ҡарар иткәндәр. Бөгөнгә Ташҡын ауылы йорттарының күбеһе зәңгәр яғыулыҡ ярҙамында йылытыла, әммә утын яҡҡан ғаиләләр ҙә аҙ түгел. Уларҙың 61 – е ташламалар менән файҙаланған кешеләр. Утын әҙерләү һәм килтереү менән Краснокама районы урман хужалығы шөғөлләнә. Бөгөнгә Ташҡын ауылында утын менән 35 йортто ғына тәьмин итәһе ҡалған.