Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

07.12.10

Атай, әсәй һәм мин – милиция ғәиләһе

      Нефтекама ҡалаһынан Ғүмәровтар ғәиләһе иң яҡшы милиция ғәиләһе тип танылған. Бындай юғары исемгә улар “Атай, әсәй һәм мин – милиция ғәиләһе” тип исемләнгән беренсе республика конкурсының финалында лайыҡ булған. 

      Ғүмәровтар ғәиләһе конкурстың беренсе этабында республиканың төрлө райондарынан йыйылған 47 ғәилә араһында сығыш яһап, финалға үткән. Финалда иһә 7 команда көс һынашҡан, шулар араһында Ғүмәровтар беренсе урын яулаған. Беҙҙең яҡташтарыбыҙҙың еңеүен Башҡортостан республикаһының эске эштәр министры Игорь Алешин юғары баһалаған. Еңеүсе исеменә лайыҡ булған ғәилә республика эске эштәр министрлығының санаторийһына юлланма менән, видеокамера һәм  аҡсалата премия менән бүләкләнгән.