Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

27.12.10

Яңы йылда нисек ял итәсәкбеҙ

Яңы йыл байрамына ла һанаулы ғына көндәр ҡалып килә. Яңы йылда нисек ял итәсәкбеҙ? 2011 йылдың 1 ғинуарынан 10-ына тиклем ил ял итәсәк. Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итеүе буйынса, Рәсәй Хеҙмәт кодексының 112-се статьяһына ярашлы,  1, 2, 3, 4 һәм 5 ғинуар – Яңы йыл каникулдары, 7 ғинуар – Раштыуа — байрам көндәре булып тора.

Етмәһә, 1 һәм 2 ғинуарҙағы байрам көндәре шәмбе һәм йәкшәмбе – ял көндәренә тура килә, һәм улар кесе йома – 6 ғинуарға һәм дүшәмбе – 10 ғинуарға күсерелә.
Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында республикала 2011 йылдың  1-10 ғинуары ял көндәре булып тора. Йома 31 декабрҙә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.
Ә бына 24 декабрь —Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө, иҫтәлекле дата итеп билдәләнһә лә, эш көнө булып тора.