Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

06.12.10

Рәссамдың персональ күргәҙмәһе

Ғәҙәттә рәссамдың һүрәттәреңде уның тормошо сағыла. Сирин художество салонында салондың авторы  Владимир Сирин тураһында белергә була. Беҙ рәссамдың персональ күргәҙмәһендә булып ҡайттыҡ.

Ирле-ҡатынлы Сириндар был күргәҙмәне Юбилей күргәҙмәһе тип атағандар. Күргәҙмә рәссам Владимир Сириндың 75 йәшенә бағышлана. 3 декабрҙә асылған күргәҙмә 97-се булып сыға. Владимир Сирин күпселек тәбиғәт күренештәрен төшөрөргә ярата, был күргәҙмәлә төрлө темаға яҙылған һүрәттәр урын алған. Байкал, Ангара, Арҡайым – был ерҙәрҙә автор үҙе күргән,  уларҙың тәбиғәтенән   көс алған, матурлығын тойор өсөн иғтибарлап күҙәткән, күлдәр, таш йылғалар сылтырауына ҡолаҡ һалған.  Ошоларҙы күрер, тойор өсөн рәссам кеше саҡ ҡына хыялый булырға тейештер. Кешенең һәләте – күңелендә, башында, йөрәгендә. Бары тик уны сағылдырыу юлдары ғына төрлөсә. Йөрәктә булмағанды ҡәләм һәм буяуҙар,  йә иһә техник саралар менән генә тыуҙырып булмай.
Рәссам һүрәттәр төшөрөү менән бала саҡтан уҡ мауыҡҡан.
 
Бала саҡтан уҡ һүрәттәр төшөрөргә яраттым, беренсе һүрәттәремде оләсәйемдең мейесендә  төшөрҙөм, оләсәйем асыулана торғайны, был ябай ғына баласаҡ шөғөлө ҙур  ижадҡа әйләнеп китте, изостудияға алып килде, ти Владимир Сирин.
 
Ижад Сириндар ғәиләһенең айрылғыһыҙ бер өлөшөнә әйләнгән, майлы буяу менән яҙылған картиналар ғына күрһәтелмәгән күргәҙмәлә, пастель менән эшләнгән һүрәттәр ҙә урын алған, Валентина Сирина пастель күпселек ҡайҙалыр барғанда, юлда һүрәт төшрөргә уңайлы, ти. Үҙенсәлеклелеге, юғары кимәлдә башҡарылыуы менән иғтибарҙы йәлеп итә рәссамдың һүрәттәре. Һәр ижад кешеһенең әҫәрендә уның күңел донъяһы, хис-тойғоһо, уй-кисереше сағылыш таба. Владимир Сириндың  һүрәттәре лә сағыу төҫтәргә бай булыуы менән айырылып тора, уларҙан сафлыҡ, изгелек, эскерһеҙлек бөркөлә.