Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

08.12.10

Фитнес-аэробика буйынса Рәсәй Кубогының ярыштары

1-нән 3-сө декабргә тиклем Екатеринбург ҡалаһында фитнес-аэробика буйынса Рәсәй Кубогының ярыштары үтте. Республика намыҫын  беҙҙең ҡаланан Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең Арт-данс төркөмө яҡланы.

Был ярыштарҙа ҡатнашырға Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 1 меңдән ашыу спортсылар йыйылған. Классик аэробика, степ-аэробика һәм хип-хоп -  ошо 3 номинация буйынса көс һынашты спортсылар. Нефтекаманан Арт-данс төркөмө 3 көн дауамында финалға сығыу хоҡуғы өсөн көрәште. Һөҙөмтәлә ҡыҙҙар Европа беренселегендә ҡатнашыу хоҡуғына лайыҡ булды. Беренселек 2011 йылда Италияла үтәсәк. Бынан тыш Арт-данс төркөмөндә шөғөлләнеүсе Карина Вәлиева трофи-аэробика буйынса ярты сәғәт дауамында сығыш яһап беренсе урын яуланы.