Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

21.12.10

Экологик-ағартыу акцияһы

Гөлләмәләр сәскәләрҙән генә булмай, ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр ижадын үҫтереү үҙәгендә яңы йыл букеттары күргәҙмәһе асылды. Букеттар ылыҫлы ағас ботаҡтарыннан эшләнгән, тубырсыҡтар һәм шыршы уйынсыҡтары менән биҙәлгән.
 
Йәш натуралистар станцияһында бына бер нисә йыл рәттән төрлө композициялар эшләргә күнеккәндәр. Улар өсөн төп материал булып ылыҫлы ағастарҙың ботаҡтары, биҙәү өсөн тубырсыҡтар, яһалма сәскәләр,  яңы йыл шыршыһына эленә торған уйынсыҡтар тора. Уларҙы яһау оҙаҡ та түгел, күп сығымдар ҙа талап итмәй. Был композицияларҙың бөтәһен дә мәктәп уҡыусылары, өҫтәмә белем биреү учреждениеһында шөғөлләнеүселәр уҡытыусылары менән бергә эшләгән.  
 
Бындай экологик-ағартыу акцияһын йыл һайын үткәрәбеҙ, уның маҡсаты тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, ҡышын ылыҫлы ағастарҙы һаҡлап ҡалыу, беҙ үҙебеҙ сығарған листовкалар, плакаттар менән балаларҙың да, өлкәндәрҙең дә был проблемаға иғтибарын йәлеп итергә тырышабыҙ, ти йәш натуралистар станцияһы директоры Әлфиә Әсләхова.
 
Бындай акция йыл һайын үткәрелә. Быйыл акцияла әүҙем 3-сө, 13-сө, 15-се мәктәптәр ҡатнашҡан. Күргәҙмәгә килгән балалар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән букеттарҙы ҡарап сыҡты. Араларында айырыуса оҡшағандарын да билдәләне.
Йыл һайын Рәсәйҙә яңы йыл алдынан 7 миллионға яҡын шыршы киҫелә, шуға ла йәш натуралистар станцияһында был проблемаға ошондай акция ярҙамында уҡыусыларҙың иғтибарын йәлеп итергә булғандар.