Яңылыҡтар

03.06.16
Башҡортостанда уҙған йылда килемдәре кәмегән тармаҡтар билдәләнде

2015 йылда Башҡортостанда бер нисә тармаҡ предприятиеларының килеме кәмегән. Транспорт, элемтә, финанс эшмәкәрлеге, күмәртә сауҙа күрһәткестәрен насарайтҡан. Былтыр ошо өлкә предприятиелары республика ҡаҙнаһына килемгә һалымды бер йыл элеккегә ҡарағанда аҙыраҡ күсергән. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм территориаль үҫеш буйынса комитетында төбәктең финанс министры Рида Собханғолова ошо хаҡта һөйләне.

02.06.16
Баш ҡалала тәҡдим ителгән иң юғары эш хаҡы — 200 мең һум

HeadHunter эш һәм хеҙмәткәрҙәр эҙләү сайтының тикшереүҙәр хеҙмәтендә асыҡланыуынса, май айында Өфөлә тәҡдим ителгән иң юғары хеҙмәт хаҡы 200 мең һум тәшкил иткән. Баш ҡаланың эш биреүселәре уртаса 25 мең һум вәғәҙәләй. Эш эҙләүселәр иһә 33 мең һумлыҡ хеҙмәт хаҡына риза.

30.05.16
Башҡортостанда 20 мең самаһы кеше рус теленән БДИ тапшыра Читать полностью: http://www.bashinform.ru/bash/858318/#ixzz4IiKJIzDW

Бөгөн, 30 майҙа, Башҡортостанда рус теленән Берҙәм дәүләт имтиханын тапшыралар. Республика Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, имтихан ҡабул итеү пункттарына 20 мең самаһы кеше килә, уларҙың күбеһе быйыл мәктәп тамамлай. Республикала 104 имтихан тапшырыу пункты асылған.

24.05.16
Республикала йәйге һауыҡтырыу кампанияһына 1,5 миллиард һум тотоноласаҡ

Башҡортостанда балаларҙың ялын ойоштороуға һәм уларҙы һауыҡтырыуға 1 миллиард 566,2 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған. Быйыл республикала 2680 балалар һауыҡтырыу ойошмаһы үҙ ишеген аса. Волга буйы федераль округы төбәктәрен йәйге кампанияны үткәреүгә әҙерләү мәсьәләһе буйынса округ кәңәшмәһендә ошондай мәғлүмәттәр килтерелде. Сара Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Алһыу Ғәйнетдинова рәйеслегендә уҙҙы.

19.05.16
Республика бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү өсөн 205 миллион һум аҡса ала

Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы быйыл бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа субсидиялар бүлеү өсөн төбәктәрҙе конкурс буйынса һайлап алыуға йомғаҡ яһаны. Йыл һайын үткәрелгән конкурс барышында Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы һәр төбәккә федераль субсидия лимитын билдәләй. Ағымдағы йылда республика өсөн ул 273,4 миллион һум тәшкил итәсәк. Шуларҙың 164,1 миллион һумы — Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, 109,3 миллионы Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы өсөн ҡаралған.

14.05.16
2016 йылдың беренсе кварталында төбәктә йәшәү минимумы 8691 һум тәшкил иткән

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән 2016 йылдың беренсе кварталында халыҡтың йән башына йәшәү минимумы 8691 һум күләмендә билдәләнгән.

12.05.16
Башҡортостанда ипотека кредитлауы темпы үҫә

Быйыл беренсе кварталда Башҡортостанда 9,29 миллиард һумлыҡ 6563 ипотека торлаҡ кредиты бирелгән. Уҙған йылдың ғинуар-март айҙары менән сағыштырғанда, ипотека займдары һаны, күләме 71,8 һәм 76,7 процентҡа артҡан. Был хаҡта Башҡортостан Милли банкында белдерәләр.

07.05.16
Республикала 60 565 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәй

Бер йыл эсендә төбәктә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының һаны 69 меңдән 60,5 мең кешегә тиклем кәмегән. Һуғышта ҡатнашыусылар һәм инвалидтар меңгә аҙайған. Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ошондай статистика мәғлүмәттәрен килтерә.

05.05.16
Санкцияларҙың кире эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн бөтә мөмкинлектәр бар

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Италияның Il Sole 24 Ore радиостанцияһына биргән интервьюһында Европа илдәре менән эшлекле хеҙмәттәшлекте төбәк-ара кимәлдә үҫтереү Рәсәйгә, Евросоюзға ҡарата иғлан ителгән санкцияларҙың эҙемтәләрен йомшартырға булышлыҡ итәсәге хаҡында белдерҙе.

22.04.16
Рөстәм Хәмитов Урындағы үҙидара көнө менән ҡотланы

21 апрелдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Урындағы үҙидара көнөнә арналған тантаналы сарала сығыш яһаны. Республика етәксеһе муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙе һәм депутаттарҙы байрам менән ҡотланы һәм «Башҡортостандың иң яҡшы муниципаль берәмеге» конкурсы лауреаттарына наградалар тапшырҙы.

21.04.16
Республикала хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнешлекте кәметеү буйынса программа раҫланды

«2016 йылда Башҡортостандың хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлекте кәметеү буйынса өҫтәмә саралар» программаһы раҫланды. Финанслауҙың дөйөм күләме 254,3 миллион һумдан ашыу тәшкил итә. Өҫтәүенә программаны тормошҡа ашырыу өсөн республика ҡаҙнаһынан яҡынса 76,4 миллион, федераль бюджеттан 177,9 миллион һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡаралған.

15.04.16
Башҡортостан Еңеү көнөн байрам итергә әҙерләнә

Башҡортостан Еңеү көнөн байрам итергә әҙерләнә. Өфөлә республика Хөкүмәте ҡарамағындағы Ветерандар эше буйынса координация советы ултырышында мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова иҫтәлекле дата уңайынан планлаштырылған саралар хаҡында һөйләне.

 

08.04.16
Төбәктә капиталь ремонтҡа сығымдарҙы компенсациялау тәртибе ҡабул ителде

Башҡортостанда быйыл күп фатирлы йортта дөйөм мөлкәтте капиталь ремонтлауға иғәнә түләүгә сығымдарҙы компенсациялау тәртибе ҡабул ителде. Тейешле ҡарар республика Хөкүмәте бойороғо менән раҫланған.

 

05.04.16
Башҡортостан Башлығының яңы матбуғат секретары тәғәйенләнде

Фәнүр Йәғәфәров Башҡортостан Башлығының яңы матбуғат секретары итеп тәғәйенләнде. Тейешле күрһәтмәгә Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйған. Республика Башлығының йәнә бер күрһәтмәһе буйынса Артем Вәлиев үҙ теләге менән Башҡортостан етәксеһенең матбуғат секретары вазифаһынан бушатылды.

02.04.16
1 апрелдән республикала социаль пенсиялар артты

Федераль законға ярашлы 1 апрелдән Башҡортостанда социаль пенсия дүрт процентҡа артты.

 
31.03.16
Төбәктә ташҡын ваҡытында һыу баҫыу ихтималлығы булған урындар асыҡланды

Башҡортостанда ташҡын ваҡытында һыу баҫыу ихтималлығы булған урындар асыҡланды. Был хаҡта «Интерфакс-Волга буйы» агентлығында уҙған интернет конференцияһында республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы башлығы Марат Латипов хәбәр итте.

29.03.16
Республика илдең төҙөлөш тармағында хаҡтар ҡуйыу үҙәген булдырыу өсөн пилот төбәге итеп һайланд

Башҡортостан илдең төҙөлөш тармағында хаҡтар ҡуйыу һәм мониторинг үҙәктәрен булдырыу өсөн пилот төбәге булараҡ сығыш яһаясаҡ, тип хәбәр итте Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Хәмит Мәүлийәров РБК телеканалының «Төҙөлөш — Рәсәй иҡтисады үҫеше программаһы» конференцияһында.

26.03.16
Республикала быйыл төҙөкләндереләсәк юлдарҙың исемлеге раҫланды

Башҡортостанда 2016 йылда ремонтланасаҡ төбәк һәм муниципаль-ара автомобиль юлдары участкаларының исемлеге раҫланды. Уларҙың дөйөм оҙонлоғо 407,3 саҡрым тәшкил итә. Өфөлә үткән түңәрәк өҫтәлдә республика Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Альберт Сөләймәнов ошо хаҡта хәбәр итте.

19.03.16
Төбәктә эшҡыуарҙар өсөн тәүге күп функциялы үҙәк асыла

Тиҙҙән Башҡортостандың баш ҡалаһында тәүге бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн күп функциялы үҙәк эшләй башлай.

 

 

Страниц : предыдущая 8 9 10 11 12 13 14 15 16 следующая