Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

Ҡалала “Һаумыһығыҙ, мин һеҙҙең участка милицияһы вәкиле” акцияһы старт алды

Ҡалала “Һаумыһығыҙ, мин һеҙҙең участка милицияһы вәкиле” акцияһы старт алды. Был сара бер нисә этаптан торасаҡ һәм 20 апрелгә тиклем дауам итәсәк.

11.03.09
Нефтекама ҡалаһы прокуратураһы ҡаланың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашты

 6 март көндө Нефтекама ҡалаһы прокуратураһы беренсе тапҡыр ҡаланың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашыу ойошторҙо. Йыйылыусылар осрашыу барышында прокуратураның 2008 йылдағы эшмәкәрлек һөҙөмтәләре менән танышып, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар алды.

 

06.03.09
Льготалар менән ҡулланыусылар бушлай утын менән тәьмин ителә Йыл һайын ҡала хакимиәте Ташҡын ауылының газ үткәрелмәгән йорттарында йәшәүселәрҙе утын менән тәьмин итә. Бушлай утын төрлө ташланмаларға эйә булған кешеләргә генә бирелә. Уның күләме йорттоң майҙанына ҡарап билдәләнә.
11.02.09
Рәсәй олимпиадаларының төбәк этабы Рәсәй олимпиадаларының төбәк этабында Нефтекама ҡалаһы мәктәптәренән 97 уҡыусы ҡатнаша. Бөгөнгә ике тиҫтәгә яҡын фән буйынса уҡыусылар үҙ көсөн һынап, юғары белем кимәлен күрһәтте.
11.02.09
Славян мәҙәниәте айлығы тамамланды Төрлө сараларға бай славян мәҙәниәте айлығы тамамланды. Уҙған шәмбе "нефтсе" техника һәм мәҙәниәт йортонда “Рәсәйгә һөйөү менән” тип аталған концерт программаһы ойошторолдо.
04.02.09
Ҡалала “Ҡоралыңды тапшыр-аҡса ал” тип исемләнгән акция бара.

Эске эштәр министрлығы планына ярашлы Башҡортостан Республикаһында 12 ғинуарҙан 20 һенә тиклем атыу ҡоралдарының, һуғыш припастарының законһыҙ әйләнешен иҫкәртеү маҡсатында “Ҡоралыңды тапшыр-аҡса ал” тип исемләнгән акция бара. Нефтекама ҡалаһында был акция буйынса эш башланды ла инде.

20.01.09
Нефтекама ҡалаһының үҙәк дауаханаһына яңы, заманса наркоз аппараты ҡайтарылды.

Нефтекама ҡалаһының үҙәк дауаханаһы күп йылдар элек яңы, заманса йыһазландырылған наркоз аппаратына ғариза биргән. Ниһайәт быйыл реанимация бүлегенә яңы аппарат ҡайтарылды.

20.01.09
Бөтә Рәсәй олимпиадаларының төбәк-ара этаптары башланды.

Был аҙнала мәктәп уҡыусылары араһында Бөтә Рәсәй олимпиадаларының төбәк-ара этаптары башланды. Башҡортостан Республикаһы уҡыусылары был этапты баш ҡалабыҙҙа үтә. Олимпиадалар 6 февралгә тиклем дауам итәсәк. Нефтекама ҡалаһынан республика олимпиадаларында бөтәһе 95 уҡыусы ҡатнаша.

20.01.09
2-се саҡырылыш депутаттарының сессияһы үтте

18 декабрь Нефтекама ҡалаһы ҡала округы 2-се саҡырылыш депутаттарының сессияһы үтте. Был сессия иҫәп буйынса 8-сеһе һәм быйылға һуңғыһы булды. Көн үҙәгендә 9 һорау ҡаралды.

24.12.08
Әмзә ауылы халҡы менән осрашыу

18 декабрь көндө ҡала хакимиәте башлығы Олег Руденко Әмзә ауылы халҡы менән осрашты. Осрашыу барышында, ғәҙәттәгесә, йыл барышында башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһалды.

24.12.08
Ташҡын һәм Кәсәү ауылы халҡы менән осрашыу

Йыл һайын ҡала хакимиәте башлығы Олег Руденко ҡала округына ҡараған ауылдарҙа йәшәүселәр менән осраша. Беренсе йыйылыш  16 декабрь көндө Ташҡын һәм Кәсәү ауылы халҡы менән үтте.

24.12.08
“Спид һәм ВИЧ инфекциялар” исемле түңәрәк өҫтәл

16 декабрь ҡала хакимиәте бинаһында “ Спид һәм ВИЧ инфекциялар” темаһына түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Ултырышҡа ҡаланың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге белгестәр, киң мәғлүмәт сараһы вәкилдәре һәм БДУ-ның Нефтекама филиалы студенттары саҡырылды.

24.12.08
Интеллектуаль спорт

2008 йылдың 9 декабренән  15 декабренә тиклем Нефтекама ҡалаһында беренсе тапҡыр иң интеллектуаль спорт төрө - шахмат буйынса Башҡортостан республикаһы чемпионаты уҙҙы.

24.12.08
“Халыҡҡа хәүефһеҙ йәшәйеш тәьмин итеү буйынса иң яҡшы муниципаль ойошма ” смотр-конкурсы

Сентябрь-ноябрь айҙарында республикала беренсе тапҡыр “Халыҡҡа хәүефһеҙ йәшәйеш тәьмин итеү буйынса иң яҡшы муниципаль ойошма ” тигән смотр-конкурс үтте. Республикабыҙҙың ҡалалары араһында Нефтекама беренсе урынды яуланы.

10.12.08
ВОСХОД

 "Восход” коопиративын ойоштороусыларҙың береһе - Илдар Губаев күптән түгел ҡулға алынһа, 8 декабрь көндө икенсеһе - Владимир Стогов тотолдо. Ошо уңайҙан ҡаланың эске эштәр идаралығында матбуғат конференцияһы ойошторолдо.

10.12.08
Ҡорбан байрамы

Ислам диненең Ай календары буйынса Зөлхизә айының унынсы көнөнән Ҡобран байрамы башлана һәм ул 3 көн дауам итә. Быйыл мосолман халҡы үҙҙәренең мөһим байрамдарының береһен 8 декабрь көнө билдәләне.

10.12.08
Акция

Акция дауам итә. Ҡалала "Таҙа ихата" акцияһы үтә. Уны ойоштороусылар - ҡала хакимиәте һәм йәштәр эштәре буйынса комитет. Акция барышында ихаталар таҙартыла, төҙөкләндерелә. Йәй аҙағында еңеүселәр билдәләнәсәк.

07.11.08
45 йыл

Юбилейың менән, һөйөклө ҡалам!
6 сентябрҙә Нефтекама үҙенең  45 йыллыҡ юбилейын үткәрҙе. Байрамға Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры Р.Сарбаевтың килеүе йәм өçтәне. Нефтекамалар тағы бер ҡат үҙҙәренең эштә лә, мәҙәни тормошта ла башҡаларға өлгө булыуҙарын раçланы.

07.11.08
Юбилейға әҙерлек

Нефтекама тыуған көнөнә  әҙерләнә.
 45 йыллыҡ юбилей уңайынан үтәсәк сараларға әҙерлек эштәре  ҡалала  тынып тормай. Урамдар төҙөкләндерелә, төрлө саралар үтә.
Байрам сараларына  тиклем әле ваҡыт күп булһа ла, ҡала халҡы уның шауҡымын тойоп йәшәй.

07.11.08
Һуңғы ҡыңғырау

Алмағастар сәскә атҡан май айында ҡалала Һуңғы ҡыңғырау байрамы үтте. Мәктәпте тамамлаусылар алдында ҙур һынау - имтихандар тапшырыу бурысы тора, уларға уңыштар, бөтә теләктәре лә тормошҡа ашһын ине тип теләргә ҡала.

 

07.11.08
Рәсәй көнө

Нефтекама ҡалаһы күрше Краснокама районынан Бөтөн Донья "Дуçлыҡ йүгереүе эстафета"һын ҡабул итте. Әлеге эстафета Нью-Йоркта старт алған, унда йөҙгә яҡын ил ҡатнаша.

Был эстафетала ҡатнашып, нефтекамалар үҙҙәренең  тыныслыҡ, дуçлыҡ яҡлы булыуҙарын иçбатланы.

Ҡалала 12 июнь - Рәсәй көнөнә арналған ҙур байрам саралары үтәсәк. Унда концерт программаһы ла, спорт уйындары ла, төрлө конкурстар ҙа бар. 
Ҡала хакимиәте нефтекамаларҙы байрам менән ихлас тәбрик итеп, бәхет, һаулыҡ теләй, шулай уҡ байрамдарға көтөп ҡала.

07.11.08
“Автобус” федераль оператив-профилактик операцияһы

Уҙған йылда Нефтекама ҡалаһы ҡала округы биләмәһендә автобус водителдәре арҡаһында 3 юл хәрәкәте фәжиғәһе теркәлгән. Унда 1 кеше зарар күргән. Бындай юл хәрәкәте фәжиғаларын иҫкәртеү маҡсатында ҡалала һәр йыл   “Автобус” федераль оператив-профилактик операцияһы уҙғарыла. Быйл был операция 27 апрелдән 10 майға тиклем дауам итә.

30.04.08

Страниц : << 18 19 20 21 22